8 декабрь, Кесе йома

07 апрель 2015 йыл, 12:46

Википедия ирекмәндәре халыҡ-ара фотоконкурста ҡатнаша ала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре республика халҡын фотоконкурста ҡатнашырға һәм Башҡортостанды халыҡ-ара кимәлдә күрһәтергә саҡыра.

Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нуриев хәбәр итеүенсә, «Викимедиа РУ» «Вики Ерҙе ярата 2015» исемле фотоконкурс иғлан итте. Конкурс «Wiki Loves Earth 2015» халыҡ-ара ярыш сиктәрендә үткәрелә һәм Рәсәй биләмәһендәге тәбиғәт ҡомартҡыларына (айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә) арналған. Конкурстың маҡсаты — тәбиғәт ҡомартҡыларын, шул иҫәптән ботаник баҡсаларҙы, ҡурсаулыҡтарҙы, заказниктарҙы, ландшафт һәм милли парктарҙы, шулай уҡ тау, ҡая, тарлауыҡ кеүек айырым тәбиғәт объекттарын фотоға төшөрөү.

Конкурс тәүге тапҡыр 2013 йылда Викимедианың Украина ойошмаһы тарафынан уҙғарыла. Быйыл унда 18 илдең ҡатнашыуы көтөлә. Бәйгелә ҡатнашасаҡ тәбиғәт объекттарының исемлеге менән әле үк танышырға мөмкин.

Рәсәйҙә фотоконкурс 2015 йылдың 1 майынан 31-нә тиклем бара. Конкурс башланғанға тиклем тәбиғәт объекттарының исемлегенә төҙәтмәләр индерергә, уларҙың ниндәй биләмәгә ҡарауын һәм ҡайҙа урынлашыуын асыҡларға кәрәк.

Конкурс «Викимедиа РУ» интернет-порталында ойошторола. Фотоконкурстың партнеры — «GEO» журналы.

Милли конкурс йомғаҡтары буйынса халыҡ-ара кимәлдәге конкурста ҡатнашыу өсөн 10 фотоһүрәт һайлап алына.

Конкурс хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән «Викимедиа» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы сайтында танышырға була.