5 декабрь, Дүшәмбе

07 апрель 2015 йыл, 11:50

«Илһам шишмәләре» байрамында Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаттары билдәләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бәләбәйҙә «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт байрамы уҙҙы. Унда шағирҙар араһында еңеүселәр, Бәләбәйҙең Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия  лауреаттары билдәләнде, дүрт телдә донъя күргән «Йәйғор» альманахының исем туйы үтте. Фестивалдә рус, башҡорт, татар һәм сыуаш халыҡтарының шиғриәте тәҡдим ителгән, был мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә һәм демократик йәмғиәттә милли ижадтың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә.

Быйыл шиғриәт фестивалендә 245 автор (рус телендә яҙыусылар — 92, башҡортса — 40, татарса— 72, сыуашса— 41) ҡатнашты. Уларҙың яртыһынан күбеһе шиғырҙарын фестивалгә тәүге тапҡыр ебәргән. Башҡортостандың һигеҙ әҙәби берләшмәһенән альманахтар һәм коллектив заявкалар килгән. Фестивалдең географияһы киң: Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан республикалары, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Пермь, Һамар, Магнитогорск, Бәләбәй ҡалалары, республиканың күп кенә райондары. Шулай уҡ Орел өлкәһенән дә ҡатнашыусылар бар. Ҡатнашыусыларҙың йәше 12-нән 90 йәшкә тиклем, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.

Жюри ҡарары менән фестивалдең Гран-приһын Өфөнән Роберт Фәтхиев яуланы. Салауаттан Рамазан Ҡолмөхәмәтов беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Икенсе урынды Күмертауҙан Алексей Уваров менән Санкт-Петербургтан Наталья Ефимова бүлеште.

«Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале барышында Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия тапшырылды. Уны Бәләбәй районы хакимиәте булдырған. 2015 йылда шағир Рәмил Йәнбәков башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн ошо премияға лайыҡ булды. Шулай уҡ премия әҙәби ижад һәм «Илһам шишмәләре» шиғриәт фестивале идеяларын әүҙем пропагандалағаны өсөн Стәрлетамаҡ районынан Любовь Әфләтуноваға һәм Өфөнән Леонид Соколовҡа, «Фәтих Кәримдең тормошо һәм яҙмышы» китабы өсөн Ҡазандан Рәмил Сарчинға һәм Федоровка районынан Зинаида Семеноваға (Сурбан) бирелде.