9 декабрь, Йома

07 апрель 2015 йыл, 10:19

Башҡортостанда «Мин яратам һине, тормош!» IV республика фестиваленең һайлап алыу турҙары бара

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда «Мин яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады республика фестиваленең зона этаптары башланды. Унда ҡатнашыусыларҙы тәүгеләрҙән булып Күмертау ҡалаһы ҡабул итте. Быйыл фестиваль Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы менән тап килде. Сығыштарҙың күбеһе һуғыш темаһына арналғайны. Беренсе турҙа республиканың 11 районынан өлкән быуын вәкилдәре ҡатнашты. Күмертау ҡалаһы исеменән — «Урал биҙәктәре» рус йырҙары хоры, Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт коллективы, Салауаттан «Ағиҙел» ижади коллективтарҙың йыйылма хоры, «Дуҫлыҡ» башҡорт халыҡ фольклор коллективы, «Һандуғас» татар халыҡ фольклор коллективы һәм башҡа артистар сығыш яһаны.

Күмертау ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә йырсылар, бейеүселәр, актерҙар һәм музыканттарҙың сығышы менән бер рәттән шашка, шахмат һәм дартс буйынса ярыштар ҙа үтте. Бынан тыш, быйыл фестивалдең жюри рәйесе алмашынды. Хәҙер был эш Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадироваға йөкмәтелгән.

Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, апрель-майҙа конкурстың ете зона этабы үткәрелә. Күмертауҙан һуң эстафетаны Йәрмәкәй районы ҡабул итә. 15 апрелдә бында Октябрьский ҡалаһының, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Миәкә, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондарының ижади коллективтары сығыш яһай.

«Мин яратам һине, тормош!» фестиваленең ойоштороусыһы — Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Фестивалдең төп маҡсаты — өлкән быуын кешеләренең ижади мөмкинлектәрен асыу.