6 декабрь, Шишәмбе

06 апрель 2015 йыл, 17:29

Башҡорт драма театры яҙыусы Гөлнур Яҡупова менән осрашыуға саҡыра

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 10 апрелдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында «Театр+» мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә сираттағы Әҙәби тирмә асыла. Был юлы әҙәбиәт һөйөүселәрҙе башҡорт яҙыусыһы Гөлнур Яҡупова менән осрашыу көтә.

Программала — авторҙың һәм коллегаларының хәтирәләре, һорауҙарға яуаптар, яҙыусы уҡыуында әҫәрҙәр. Әҙәби тирмәлә студенттар, уҡытыусылар, китап уҡыусылар ҡатнаша.

Гөлнур Яҡупова — тиҫтәнән ашыу китап авторы. 2013 йылда уның «Ҡатындар» трилогияһы донъя күрҙе. Яҙыусының балалар өсөн «Ярғанат», «Ғәжәп хәбәр» тигән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле китаптары ла бар. Шиғырҙары Башҡорт шиғриәте антологияһына («Быуаттар тауышы») ингән. Гөлнур Яҡупова — художестволы тәржемә оҫтаһы. Ул рус һәм донъя әҙәбиәте классиктарының һәм хәҙерге заман авторҙарының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Гөлнур Яҡупова «Ҡыҙыл китап аманаты» исемле ике томлығында тыуған яғының матурлығына дан йырлай, тәбиғәтте һаҡларға саҡыра. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы был баҫманы мәктәптәр өсөн махсус нәшер иткән, тип билдәләнеләр театрҙың әҙәби бүлегендә.

Осрашыу театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә киске сәғәт 7-лә башлана.

темалар: әҙәби тирмә