10 декабрь, Шәмбе

06 апрель 2015 йыл, 15:17

8 апрелдә илебеҙ мәктәптәрендә Бөтә Рәсәй Еңеү дәресе үткәрелә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 8 апрелдә илебеҙ мәктәптәрендә Бөтә Рәсәй Еңеү дәресе үткәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 70 йыл тулыуға арналған акция Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторола.

«ТАСС» агентлығы хәбәр итеүенсә, сара илһөйәрлек эшен әүҙемләштереүгә һәм 9 майҙа Еңеү көнөн байрам итеүгә әҙерлеккә башланғыс буласаҡ.  

Мәскәүҙең Рособрнадзор майҙансығында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм унда ҡатнашыусылар, Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, уҡыусылар һәм кадеттар йыйыласаҡ.

Онлайн режимында герой-ҡалалар буйлап «Тарих таҫмаһы» мәғариф маршруты бөтә Рәсәй дәресенең үҙенсәлеге буласаҡ. Бөтә Рәсәй Еңеү дәресе тамамланғас, министр Дмитрий Ливанов ил мәктәптәрендә Еңеү айлығы иғлан итәсәк. Балалар музейҙарға һәм мемориаль урындарға йөрөйәсәк, патриотик акцияларҙа ҡатнашасаҡ.