2 декабрь, Йома

06 апрель 2015 йыл, 14:39

Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү мәсьәләһе буйынса «тура бәйләнеш» ойоштора

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. 8 апрелдә Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы «Асыҡ мөхит» мәғлүмәт проекты сиктәрендә «тура бәйләнеш» үткәрә. Сара хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау өсөн ойошторолған.

Граждандар ошо өлкәләге етешһеҙлектәр, хеҙмәт килешеүе урынына гражданлыҡ-хоҡуҡи договорҙар төҙөү, эш хаҡын «конвертта» түләү осраҡтары хаҡында хәбәр итеү, шулай уҡ хеҙмәт ҡануниәте буйынса кәңәшләшеү мөмкинлегенә эйә.  

«Тура бәйләнеш» иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Һорауҙарҙы 8-965-669-46-50 телефоны буйынса бирергә була.

Яҙма мөрәжәғәттәрҙе 450059, Өфө ҡалаһы, Оло Граждан урамы, 24 адресы буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына ебәрергә мөмкин. Электрон почта: gitrbpost@gmail.com.