Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала ГТО нормативтарын тапшырыу башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында ГТО нормативтарын тапшырыу башланды. 5 апрелдә Совет районының 5-се лицейында спорт сараһы уҙҙы, унда 7-8 класс уҡыусылары ҡатнашты, тип хәбәр итте ER.RU.

ГТО нормаларын тапшыра башлар алдынан «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостандағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса координаторы, кикбоксинг буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы, «Рәсәй Рекордтар китабы» рекордсмены Вил Ғабдуллин уҡыусыларға спорт менән шөғөлләнеүҙең файҙаһы һәм ни өсөн Рәсәй граждандарына ГТО нормаларын тапшырырға кәрәклеге хаҡында һөйләне.

Спорт байрамы барышында уҡыусылар турникта күтәрелеү, һығылмалылыҡты тикшереү, оҙонлоҡҡа һикереү буйынса нормативтар тапшырҙы. Йәш спортсылар ГТО нормаларын тапшырыуға етди ҡараны. Бер кем дә йәштәштәренән ҡалышырға теләмәне.

— Акция — сәләмәт йәшәү рәүешенә ылығыу, илһөйәрлек, маҡсатҡа ынтылыш, ихтыяр көсөн тәрбиәләү өсөн нигеҙ булып тора, — тип билдәләне спорт байрамын ойоштороусы, «Балалар спорты-2014» Бөтә Рәсәй проекты еңеүсеһе Линар Солтанов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть