6 декабрь, Шишәмбе

06 апрель 2015 йыл, 11:26

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2015» исеменә Өфөнән Рима Ронжина лайыҡ булды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң 58-се лицейынан математика уҡытыусыһы Рима Ронжина «Йыл уҡытыусыһы-2015» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе булды. 4 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында еңеүселәрҙе һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы үтте.

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә бөтә республиканан 100-ҙән ашыу иң яҡшы уҡытыусы ҡатнашты. Педагогтарҙың уртаса йәше — 37. Конкурсанттар педагогик тәжрибәһен күрһәтеп кенә ҡалманы, оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо, класс сәғәттәре үткәрҙе, «Киләсәк мәктәбе. Мәктәптең киләсәге» темаһы буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Уларҙың эшен Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәзитов рәйеслегендәге компетентлы жюри баһаланы. Ул уҡытыусыларҙың юғары оҫталыҡ кимәлен билдәләне.

— Һис шикһеҙ, конкурс бик ҡыҙыҡлы үтте. Сағыу һәм үҙенсәлекле сығыштар күп булды, — тине жюри рәйесе. — Айырыуса ауыл уҡытыусыларының юғары оҫталыҡ кимәлен билдәләп үткем килә. Уларҙың һәр береһе яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн күп көс һалды. Быйылғы бәйгелә биш йыллыҡ эш стажы булған йәш педагогтар әүҙем ҡатнашты.

Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов республикала белем биреү системаһын үҫтереү өсөн байтаҡ эш башҡарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Уҙған йыл беҙҙең өсөн бик һөҙөмтәле булды. Бында уҡытыусыларҙың да өлөшө ҙур, —  тине ведомство башлығы. — Һеҙ — Башҡортостан мәғариф системаһының ғорурлығы. Һеҙҙең барығыҙ ҙа еңеүселәр, сөнки уҡыусыларҙың һәм коллегаларығыҙҙың ихтирамын яулағанһығыҙ. Уҡытыусы хеҙмәте — мәңгелек. Мәңгелек — беҙҙең ҡулдарҙа.

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2015» бәйгеһенең абсюлют еңеүсеһе Рима Ронжина әйтеүенсә, конкурс көндәре барышында ижади мөхит хөкөм һөргән.

— Етди әҙерлек, ваҡыт һәм көс талап ителде. Район конкурсы ноябрҙә үк башланды, артабан ҡала этабында ҡатнашып, еңеү яуланым, — ти Рима Ронжина. — Һис шикһеҙ, бындай конкурстар уҡытыусының һөнәри үҫешенә булышлыҡ итә. Әҙерлек барышында бик күп яңы мәғлүмәттәр тупланым. Тәьҫораттарым әйтеп бөткөһөҙ. Әлбиттә, еңеүсе кубогын ҡулға алғас, һоҡланыу, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерәһең! Миңә ярҙам иткән һәм ышанған  коллегаларыма, уҡыусыларға, ата-әсәләргә, ғаиләмә рәхмәт белдерәм. Был беҙҙең дөйөм еңеүебеҙ! Уҡытыусы өсөн иң мөһиме — үҙ эшеңдең оҫтаһы булыу һәм уҡыусыларыңды яратыу!

«Йыл уҡытыусыһы» республика бәйгеһе Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы булып тора. Сентябрь аҙағында еңеүсе унда Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.

Йылдың иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исеменә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Мәмбәтова лайыҡ булды, ә иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип Өфөнөң Ленин районы 24-се мәктәбенән Зәбирә Риянова танылды.  

Шулай уҡ лауреаттар һәм номинацияларҙа еңеүселәр бүләкләнде.