10 декабрь, Шәмбе

06 апрель 2015 йыл, 10:09

Сергей Железняк Башҡортостандағы «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары менән осрашты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 4 апрелдә Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» партияһы Генераль советы секретары урынбаҫары Сергей Железняк партияның төбәк башҡарма комитетына килде, тип хәбәр итте ER.RU.

Сәфәр барышында ул Өфөгә өс көнлөк семинарға килгән «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы башҡарма комитет етәкселәре менән осрашты. Сарала шулай уҡ партияның төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рәмзил Ишһарин, Башҡортостандан һайланған Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашты.

Сергей Железняк урындағы башҡарма комитет етәкселәренең әҙерлек кимәлен юғары баһаланы, семинарҙарҙың мөһимлеген һәм әһәмиәтен билдәләне.

— Беҙ һайлауҙарға һайлау кампаниялары алдынан ғына әҙерләнергә тейеш түгел. Тиҙ үҙгәреүсән тормошта йәшәйбеҙ, шуға күрә тиҙ арала ваҡиғаларға үҙ ҡарашыңды белдерергә кәрәк, — тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй» партияһы Генераль советы секретары урынбаҫары. — Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе төбәк кимәлендә лә, район һәм муниципалитеттар кимәлендә лә тотороҡло эш алып барыуын беләм.

Сергей Железняк партия ағзалары менән бергәләп урындағы башҡарма комитет етәкселәре өсөн ойошторолған семинарҙың һөҙөмтәләрен тикшерҙе, һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыу күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

темалар: берҙәм рәсәй