3 декабрь, Шәмбе

03 апрель 2015 йыл, 17:19

Өфө ҡыҙы Диана Әҙиәтуллина «Мисс Рәсәй-2015» конкурсының финалына сыҡты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 22 йәшлек Өфө ҡыҙы Диана Әҙиәтуллина «Мисс Рәсәй-2015» конкурсының финалына сыҡты. Ошо хаҡта мәғлүмәт бәйгенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә бирелгән. 18 апрелдә Мәскәүҙә үтәсәк финалда 50 һылыуҡай сығыш яһай.

Диана әйтеүенсә, ул һәр ваҡыт ошондай конкурстарҙа ҡатнашырға хыялланған.

— Кастинг тураһында ишеткәс, үҙемде һынап ҡарарға булдым. Бәйгегә үтеүҙең сере ябай: эш матур күлдәктәрҙә һәм макияжда түгел. Тормошта нисекһең, шулай булырға кәрәк, — тип һөйләне Диана. — Хәҙер минең өсөн иң мөһиме — конкурсҡа әҙерләнеү.

Дианаға «Мисс Рәсәй-2015» титулын яуларға Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тауыштары ярҙам итәсәк. Теләгән кеше уның өсөн тауыш бирә ала.

Тауыш биреүселәрҙең үҙенсәлекле бүләк отоу мөмкинлеге бар. Еңеүсене «Мисс Рәсәй-2015» үҙе билдәләйәсәк.