5 декабрь, Дүшәмбе

03 апрель 2015 йыл, 16:55

Өфөлә үткән вакансиялар йәрминкәһендә 200-гә яҡын йәш кеше эш тапты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. 2 апрелдә Өфөләге Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә үткән йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә 192 кеше эшкә саҡырыу алды.

286-һы әңгәмәләшеү үтте. Вакансиялар йәрминкәһендә бөтәһе 607 эш эҙләүсе ҡатнашты. Уларға 25 предприятиелағы 370 эш урыны тураһында мәғлүмәт бирелде. Хеҙмәткәрҙәр сәнәғәт, мебель, энергетика һәм башҡа предприятиеларға талап ителә.

Биш кандидат скайп аша «Өфө агрегат етештереү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кадрҙар хеҙмәте вәкиле менән әңгәмәләште.

«Вакансиялар аукционы»нда 35 йәш кеше өсөн 132 эш урыны тәҡдим ителде. Эш эҙләүселәр үҙәктең электрон мәғлүмәт киоскыларында һәм стендтарҙа ҡала предприятиелары һәм ойошмаларындағы 6392 вакансия хаҡындағы мәғлүмәт менән таныша алды. Йәрминкәгә килгән 36 кеше һөнәри йүнәлеште билдәләүсе тест үтте.

Эш эҙләүҙе ойоштороу буйынса «Уңышҡа табан 10 аҙым» тип исемләнгән ике оҫталыҡ дәресе уҙғарылды.