11 декабрь, Йәкшәмбе

03 апрель 2015 йыл, 16:14

Сибай филармонияһы артистары Көньяҡ Урал буйлап гастролдәргә сыға

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 7 апрелдән 12-нә тиклем Силәбе өлкәһендә Башҡортостандың Сибай концерт-театр берекмәһенең гастролдәре уҙа. Программа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған.

Артистар башҡорттар күпләп йәшәгән Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сыбаркүл райондарына бара. Гастролдәр ваҡытында сибайҙар Көньяҡ Уралда ете концерт бирәсәк. Ижади коллективтар 7 апрелдә — Ҡолой ауылында, 8-дә — Байрамғолда, 9-да — Силәбе ҡалаһының «Импульс» ял итеү үҙәгендә, 10-да — Арғаяш ҡасабаһының мәҙәниәт йортонда, 11-дә — Ҡоншаҡ, 12-дә Тимирязевский ҡасабаларында сығыш яһаясаҡ.

Көньяҡ Урал буйлап гастролдәргә музыканттар бик яуаплы ҡарай. Уларҙың ижади бурысы — Башҡортостанды төрлө мәҙәниәттәрҙең аралашыу урыны, академик йүнәлешле музыка сәнғәте үҫешкән төбәк, яҡшы үҫешкән мәҙәни үҙәк булыуын күрһәтеү.

— Тамашасыларҙың музыка һәм артистар менән ҡыҙыҡһыныуы ошондай саралар ойоштороуҙың мөһимлеген раҫланы, — тип билдәләне коллективтың администраторы Ильяс Сафин.

Концертта Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Баязит Байназаров, Рөстәм Хәсәнов, республика конкурстары лауреаты Зәлиә Нурлы, «Тархан» эстрада-фольклор төркөмө, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары, Башҡортостандың халыҡ артисы Айтуған Дәүләткирәев һәм Оксана Похващева ҡатнаша.

— Башҡортостан вәкиллеге Көньяҡ Урал ҡалаларында артабан да ошондай саралар уҙғарырға ниәтләнә. Уларҙың маҡсаты — төбәк-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм тамашасыларҙы республиканың мәҙәни байлығы менән таныштырыу, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Мөхәммәт Хәбиров.

темалар: гастролдәр