Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Майҙа республика халҡын өҫтәмә ял көндәре көтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Май айында республика халҡын өҫтәмә ял көндәре көтә. Байрамдарға бәйле 1, 2, 3, 4 һәм 9, 10, 11 май ял көндәре булып тора. 30 апрелдәге һәм 8 майҙағы эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

1 май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май — Еңеү көнө — ял көндәре. Хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыуы маҡсатында 4 ғинуарҙағы (йәкшәмбе) ял көнө 4 майға (дүшәмбе) күсерелде. 9 май шәмбегә тура килә. Ял һәм эшләмәгән байрам көндәре тап килгәндә ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Тимәк, 9 майҙағы (шәмбе) ял көнө 11 майға (дүшәмбе) күсерелә.

Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексы сатьяһы нигеҙендә төп һәм өҫтәмә түләнгән йыллыҡ отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙағы ял көндәре отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть