4 декабрь, Йәкшәмбе

03 апрель 2015 йыл, 14:49

Марсель Сәлимов — Гоголь исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов Н.В.Гоголь исемендәге «Триумф» халыҡ-ара премияһына лайыҡ булды.

Баһалама ағзалары донъяның төрлө илдәренән ебәрелгән 400-гә яҡын тәҡдимде ҡараған. Улар араһында яҡташыбыҙ, Украинаның Әҙәбиәт һәм сәнғәт халыҡ-ара академияһы ағзаһы Марсель Сәлимовтың «Юмор — выше пояса» тип аталған китабы ла бар ине. Яҙыусы-сатирик өсөнсө тапҡыр халыҡ-ара әҙәби премияға лайыҡ булды. Бынан алдараҡ уға «Алеко» (Болгария, 1996 йыл) һәм Сергей Михалков исемендәге (Мәскәү, 2010 йыл) премиялар бирелгәйне.

— Премия тапшырыу тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөнәри байрамым — Көлкө көнөндә алдым. Ҡотлауҙы Н.В.Гоголдең тыуған төйәгенән — Украинаның Чернигов ҡалаһынан Украинаның Әҙәбиәт һәм сәнғәт халыҡ-ара академияһы президенты Сергей Дзюба ебәргән, — тип һөйләне әҙип.

Почетлы награда 1998 йылда булдырылған. Уҙған йылдарҙағы лауреаттар араһында Украина, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Франция, Италия, Канада, Австралия, Рәсәй, Бельгия, Бразилия, Швеция, Болгария, Словакия, Польша, Израиль, Македония, Латвия, Грузия, Әрмәнстан, Молдова, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстандың билдәле яҙыусылары, тәржемәселәре, ғалимдары, журналистары, меценаттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, театр һәм кино актерҙары, музыканттары, рәссамдары, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар.