7 декабрь, Шаршамбы

03 апрель 2015 йыл, 14:11

Республикала алты кеше база кимәлендә математика буйынса БДИ-ны тапшыра алманы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 23 мартта Башҡортостанда 30 кеше база кимәлендә математика буйынса БДИ бирҙе, шуларҙың алтауһы «икеле» билдәһе алды, тип хәбәр итте Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева. 15 уҡыусы — «өслө», һигеҙе — «дүртле» һәм бары бер кеше генә «бишле» билдәһенә яҙған.

База кимәлендә математика буйынса БДИ биш баллы шкала буйынса баһалана. Урта белем тураһында аттестат алыу өсөн сығарылыш уҡыусыһына өс балл йыйырға кәрәк ине. Кемдәрҙең һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлек түгел, улар имтиханды ҡабаттан тапшыра ала.

Ошо көндәрҙә 26 мартта үткәрелгән база кимәлендә математика буйынса БДИ һөҙөмтәләре билдәле буласаҡ.

Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу дауам итә. Шәмбе, 4 апрелдә, ҡатнашыусылар йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия фәндәренән һынау тота.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы бойороғо менән имтихандар үткәреүҙең өс пункты билдәләнгән: Өфөлә — 58-се лицей, Октябрьскийҙа —  22-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм Стәрлетамаҡта — 1-се лицей.

темалар: бди-2015