4 декабрь, Йәкшәмбе

02 апрель 2015 йыл, 18:28

Илнур Әминев Өфө ҡалаһының Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Илнур Әминев Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта ведомствоның рәсми сайтында хәбәр ителә.

Илнур Ғәбдинур улы Әминев 1988 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университетын һәм О.Е.Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университетын, Юғары иҡтисад мәктәбе аспирантураһын тамамлаған. Федераль һәм республика власть органдарында, Мәскәүҙең һәм Башҡортостандың ғилми ойошмаларында эшләгән.