6 декабрь, Шишәмбе

02 апрель 2015 йыл, 18:00

Өфө ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙер тиерлек — ойоштороу комитеты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. Өфө ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарына тулыһынса әҙер тиерлек, уны үткәреүгә 97 көн ҡалды, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте министры Руслан Мирсаяпов Өфөлә уҙған матбуғат конференцияһында.

Дөйөм алғанда, саммиттарға төрлө объекттар төҙөү өсөн 10 миллиард һум самаһы талап ителде. Мәҫәлән, Руслан Мирсаяпов һүҙҙәренсә, республика Конгресс-холды реконструкциялауға 600 миллион һум аҡса бүлде. «Өфө» аэропортының халыҡ-ара терминалын төҙөкләндереүгә лә шундай уҡ сумма бүленгән. Бынан тыш, Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 2 миллиард һум алған. Улар аэродромды яңыртыуға һәм Ағиҙел йылғаһының ярҙарын нығытыуға тотонолған. Инвесторҙар ҡунаҡхана комплекстарын төҙөүгә 6 миллиард һумдан ашыу аҡса һалған.

Руслан Мирсаяпов халыҡ-ара сараларға әҙерлектең мөһим мәлдәрен атап үтте. Өфө аэропорты төҙөкләндерелгән, уның пассажирҙар үткәреү һәләте сәғәтенә 200-ҙән 800-гә тиклем артты. Икенсе осоу-ултырыу һыҙаты эшләй башланы, был Өфөнән донъяның теләһә ниндәй мөйөшөнә тура рейстарҙы арттырырға мөмкинлек бирә. Бөгөнгө көндә аэропорт халыҡ-ара стандарттарға тап килә һәм илдә иң яҡшыларҙың береһе булып тора.

Өфөлә ҡунаҡханалар асыла, улар май-июндә үк форумда ҡатнашыусыларҙың тәүге эшсе төркөмдәрен ҡабул итәсәк. Баш ҡалала халыҡ-ара кимәлдәге ете яңы ҡунаҡхана эшләй башлай.

Баш ҡаланы төҙөкләндереү дауам итә. Саммиттарға әҙерлек барышында 130 мең квадрат метрҙан ашыу тротуар плиткаһы, 140 мең квадрат метр асфальт һалынған, меңдән ашыу урам фонарҙары ҡуйылған, ике меңдән ашыу бейек ағас ултыртылған.

Юл инфраструктураһын үҫтереү сиктәрендә 39 участкала ремонт эштәре алып барыла.

8-10 июлдә Өфөлә форум эшенә бәйле бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар булмаясаҡ, тип белдерҙе Руслан Мирсаяпов. Салауат Юлаев исемендәге майҙанда ғына йөрөү тыйыласаҡ. Унда халыҡ-ара матбуғат үҙәген ойоштороу күҙаллана. Ҡайһы бер автобус маршруттары үҙгәрәсәк, был хаҡта алдан хәбәр ителәсәк.