3 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2015 йыл, 17:04

Башҡорт теленән төбәк кимәлендәге диктант тексын Хөрмәтулла Үтәшев уҡыясаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт теленән төбәк кимәлендәге диктант тексын М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев уҡыясаҡ.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт тел ғилеме һәм этномәҙәни белем биреү кафедраһы мөдире Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов хәбәр итеүенсә, ҡатнашыусыларға Яныбай Хамматовтың «Башҡорттар китте һуғышҡа» романынан өҙөк тәҡдим ителә.

— Сара 11 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында һәм уның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама, Учалы филиалдарында уҙғарыла, — тип аңлатма бирҙе Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов. — Төбәк кимәлендәге диктанттың девизы: «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам!».

Диктант иртәнге сәғәт 10-да 02 аудиторияһында башлана. Сарала ҡатнашыу өсөн regdict.ru сайтында теркәлергә кәрәк.