10 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2015 йыл, 16:40

Республика белгестәре Ҡурған өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан белгестәре Ҡурған өлкәһе Сафакүл һәм Әлмән райондарының башҡорт коллективтары етәкселәре һәм үҙешмәкәр сәхнә оҫталары өсөн семинар үткәрҙе.

Семинар «Ҡурған өлкәһенең мәҙәни киңлегендә башҡорт мәҙәниәте коллективтарының художестволы ижады» темаһы буйынса үтте. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, семинарҙа 292 кеше ҡатнашҡан, иң кесеһенә — биш, иң олоһона 75 булған.

Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Фәнисә Аҡсурина Шәжәрә байрамын ойоштороу һәм үткәреү алымдары хаҡында һөйләне. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова «Милли ижади коллективтарҙа вокаль-хор эшенең үҙенсәлектәре» темаһы буйынса сығыш яһаны һәм «Абултай килендәре» фольклор ансамбле  миҫалында вокаль коллектив менән эшләү алымын күрһәтте.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов башҡорт бейеүе хәрәкәттәрен өйрәтте, Алмаз Ғарипов менән ҡумыҙсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Минлеғәфүр Зәйнетдинов ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау серҙәренә төшөндөрҙө.

— Мин бында өсөнсө тапҡыр киләм һәм оҫталыҡ дәрестәре яҡшы һөҙөмтәләр бирә, тип әйтә алам. Балаларҙа ҡумыҙға ҡыҙыҡһыныу уятабыҙ, тарихын һөйләйбеҙ, ҡайһылай итеп тауыш сығарырға өйрәтәбеҙ. Семинарҙа ҡатнашыусылар уйнау оҫталыҡтарын нығытыр һәм беҙ Мәсетле районында үтәсәк Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында осрашырбыҙ тип ышанам, — тип хәбәр итте Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.

Түңәрәк өҫтәлдә квалификациялы кадрҙар, методик ҡулланмалар менән тәьмин итеү, коллективтарға костюмдар алыу мәсьәләләре, шулай уҡ төбәктә үҙешмәкәр ижадты үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.

Семинар «2008-2017 йылдарға Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ҡурған өлкәһенең Мәҙәниәт идаралығы, Ҡурған өлкәһе халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сафакүл районы хакимиәте һәм Сафакүл районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге тарафынан ойошторолдо.