6 декабрь, Шишәмбе

02 апрель 2015 йыл, 15:18

«Башҡорт Википедияһына — 10 йыл» конкурсына йомғаҡ яһалды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Башҡорт Википедияһының ун йыллығы айҡанлы ойошторолған мәҡәләләр конкурсы тамамланды. Биш ай буйына 11 тәжрибәле мөхәррир һәм 13 яңы автор төрлө темаға мәҡәләләр яҙҙы. Һөҙөмтәлә виртуаль энциклопедияның башҡорт телендәге бүлегенә 764 мәҡәлә өҫтәлде.

— Яңы башлаусылар айырыуса әүҙем яҙышты, — тип һөйләне Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нуриев. — Ике ҡатнашыусы — Ишбаев менән Айсар — алмашлап рейтингтың тәүге урынын биләне. Иң һуңғы мәлдә «Тәүтормош йәмғиәте» мәҡәләһе Айсарға уңыш килтерҙе. Ул Башҡорт Википедияһының беренсе конкурсы еңеүсеһе исеменә лайыҡ булды. Айсар 91 мәҡәлә өсөн 154 балл йыйҙы. Ишбаев 143 мәҡәлә яҙған, әммә улар күләме яғынан бәләкәй йәки «1000 әһәмиәтле мәҡәлә» исемлегенә инмәгән. Шуға күрә уның балдары ла әҙерәк. Яңы авторҙар араһында өс призлы урынды Фәһим Йәркәев (38), Alfiya55 (18,5) һәм Азат Алтынсурин (12) алды. Шулай уҡ Күмертау ҡалаһының политехник лицей-интернаты уҡыусылары Алһыу Хәлилова менән Лиана Йосопованы ла билдәләп үтергә кәрәк. Улар бергәләп ете яңы мәҡәлә яҙған. Жюри ағзаһы, шағирә Гүзәл Ситдыҡова йәш мөхәррирҙәргә үҙенең исеменән дәртләндереү бүләктәре тапшырҙы.

Тәжрибәле мөхәррирҙәр араһында беренсе урынға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡорт Википедияһы ирекмәне Азат Хәлилов лайыҡ булды. Ул 148 яңы мәҡәлә яҙып, 221,5 балл йыйған.  Артабанғы дүрт призлы урындар түбәндәгесә: Саған (105), YANBEK (85), TagKosh (75,5), Ryanag (69). Бәйге йомғаҡтары буйынса тулыраҡ мәғлүмәт һәм конкурс мәҡәләләре исемлеге Башҡорт Википедияһының махсус битендә бирелгән.

Еңеүселәр 24-25 апрелдә Өфөлә үтәсәк «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция барышында бүләкләнәсәк. Конференцияла теләгән һәр кем ҡыҙыҡлы докладтар тыңлай, Филиппин, Алжир, Израиль, Эстония, Польша, Украина, Ҡаҙағстандан килгән ирекмәндәр һәм Википедияның башҡорт, мари, удмурт, коми, тыва, саха, татар, рус телдәрендәге бүлектәре вәкилдәре менән аралаша ала, тип хәбәр итте Рөстәм Нуриев.