3 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2015 йыл, 14:20

4 апрелдә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2015» конкурсының абсолют еңеүсеһе иғлан ителә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Шәмбе, 4 апрелдә, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2015» конкурсының абсолют еңеүсеһе иғлан ителә. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһен ябыу тантанаһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә. Шунда уҡ иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы ла билдәләнәсәк.

Быйыл конкурста 105 уҡытыусы ҡатнаша, уларҙың барыһы ла муниципаль этап еңеүселәре.

Бөгөн, 2 апрелдә, икенсе турға йомғаҡ яһала, еңеүселәр иһә конкурстың киләһе этабында ҡатнашасаҡ.

—  Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, уҡытыусыларҙың кимәле юғары. Улар етди әҙерләнгән. Һәләтле йәш уҡытыусыларҙың күп булыуы ла шатландыра, — тине жюри ағзаһы, Өфөнөң 94-се лицейы директоры Наталья Асеева.

Конкурстың ойоштороусылары — Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты.

Бүләкләү тантанаһы көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.