3 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2015 йыл, 13:46

Федерация Советында сенатор Рафаил Зинуровтың скульптуралар күргәҙмәһе асылды

фото: автор

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Федерация Советында Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты ағзаһы, Мәскәүҙәге «Башҡортостан яҡташлығы» төбәк йәмәғәтселек ойошмаһы етәксеһе, юридик фәндәр докторы, Рәсәйҙең Рәссамдар, яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы, скульптор Рафаил Зинуровтың күргәҙмәһе асылды. «Донъя илдәре тарихында шәхестәр» тип аталған экспозиция Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына арналған һәм унда ошо илдәрҙең милли батырҙарының һыны урын алған. Күргәҙмәне асыу тантанаһында күп кенә сенаторҙар, шулай уҡ Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко булды. Ул Федерация Советының сираттағы ултырышын асып, Рәсәй парламентының бөтә ағзаларын һәм хеҙмәткәрҙәрен күргәҙмә менән танышырға саҡырҙы.

Экспозицияла төрлө йылдарҙа эшләнгән 33 бюст урын алған. Уларҙың авторы Рафаил Зинуров хәбәр итеүенсә, коллекция һуңғы 30 йылда яһалған скульптураларҙы берләштерә. Күргәҙмәгә күберәк башҡорт батырҙарының һындары ҡуйылған. Улар араһында — Салауат Юлаев, Ҡараһаҡал, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Һары Мәргән, Сәйет батыр, Алдар батыр, Батырша, Кинйә Арыҫланов, Ҡәнзәфәр Усаев, Тәтегәс бей. Экспозицияла Башҡортостандың беренсе прокуроры Иван Герасимов та бар. Республикала эшләгәндән һуң ул РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы эштәре идаралығын етәкләй, һуңынан репрессиялана. Күргәҙмә бер аҙна дауам итәсәк. Артабан уны Өфөләге ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан күрһәтергә ниәтләйҙәр.