9 декабрь, Йома

02 апрель 2015 йыл, 12:27

Өфөлә Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының II Граждандар форумы эшләй башланы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы майҙансығында Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының II Граждандар форумы эш башланы. Форум эшендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнаша. Форумдың ойоштороусылары булып Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы, республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфө ҡалаһы үҫеше йәмәғәт фонды сығыш яһай.

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың съезы республикала гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше проблемалары һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың муниципаль берәмектәрҙең социаль-иҡтисади үҫешендә ҡатнашыуы мәсьәләләре буйынса фекерҙәр туплау өсөн аралашыу майҙансығына әүереләсәк. Форум сиктәрендә пленар ултырыштар, секция эштәрен, оҫталыҡ дәрестәрен һәм тематик майҙансыҡтар үткәреү планлаштырылған. Ошо эш һөҙөмтәләре буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың муниципаль берәмектәрҙең социаль-иҡтисади һәм территориаль үҫешендә ҡатнашыу кимәлен күтәреү буйынса тәҡдимдәр әҙерләнәсәк.

Форумға Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы һәм Волга буйы федераль округы республикалары, крайҙары һәм өлкәләренең Йәмәғәт палаталары вәкилдәре, башҡарма власть органдары вәкилдәре, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошма һәм социаль яуаплы бизнес етәкселәре саҡырылған. Улар башҡарма власть органдарының төбәктең коммерцияға ҡарамаған ойошмалары менән үҙ-ара килешеп эш итеү һәм социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам программаһын ғәмәлгә ашырыуға субсидиялар биреү өсөн Рәсәй субъекттары араһында конкурс буйынса һайлап алыуҙа ҡатнашыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

Форум ике көн дауамында бара.