10 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2015 йыл, 17:50

Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1 апрелдән 2013-2014 йылдарға Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул ителә.

Премия һәләтле йәштәргә ярҙам, уларҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү өсөн булдырылған. Бөгөнгө көндә премияның күләме 150 мең һум тәшкил итә.

Әҙәбиәт өлкәһендәге әҫәрҙәр – матбуғатта баҫылып сыҡҡандан һуң, музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендәге әҫәрҙәр концерттарҙа, күргәҙмәләрҙә, театрҙар һәм кинотеатрҙарҙағы премьераларҙа, радио һәм телевидение аша халыҡҡа сығарылып, йәмәғәтселек танышҡандан һуң, архитектура өлкәһендә объекттар файҙаланыуға тапшырылғандан һуң ғына премияға тәҡдим итеүгә күрһәтелә ала.

Иң күбе биш кешенән торған ижади коллектив та лауреат була ала. Премияға 16-нан 35 йәшкә тиклемгеләр дәғүә итә. Эштәр 1 июлгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 23-сө бүлмә. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының талантлы йәштәргә һәм йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлеге. Белешмә өсөн телефон: (347) 218-03-08.