3 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2015 йыл, 17:13

Өфөлә үтәсәк БРИКС саммитының рәсми сайты эшләй башланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Шаршамбы, 1 апрелдә, Рәсәй Федерацияһы рәйеслегендәге БРИКС саммитының рәсми сайты эшләй башланы. Порталда саммитҡа бәйле яңылыҡтар, документтар, фото һәм видеоматериалдар, ойошмаға ингән илдәр хаҡында мәғлүмәттәр, планлаштырылған сараларҙың программаһы урынлаштырылған.

Рәсәйҙең һәм БРИКС-тың үҙ-ара килешеп эш итеү тарихы бүлеге айырым билдәләнгән. 2015 йылғы саммиттың үткәреү урыны — Өфө тураһында бүлексәлә Башҡортостан һәм уның баш ҡалаһы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт алырға мөмкин. Сайттың рус һәм инглиз телдәрендәге варианттары бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БРИКС саммиты Өфөлә июлдә уҙғарыла.

темалар: саммит, брикс