7 декабрь, Шаршамбы

01 апрель 2015 йыл, 16:40

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында хәйриә концерты була

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 7 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Иман нуры — халҡыма» республика хәйриә акцияһы сиктәрендә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында хәйриә концерты үтә. Был ғәҙәти концерт йәки тамаша түгел. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һәр тамашасы, сәхнәлә сығыш яһаусы һәр артист мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә. Концертҡа билет һатыуҙан йыйылған аҡса билдәле диктор Флүрә Мурзинаның тыуған яғында — Балаҡатай районы Үрге Үтәш ауылында мәсет төҙөүгә күсерелә.

2012 йылда «Ҡурай» телеканалы ойошторған тәүге хәйриә акцияһында йыйылған килем мәсеттең нигеҙен һалыу өсөн тотонолған. Бөгөнгө көндә мәсет төҙөлөп, ҡыйығы ябылған. Быйыл сараны ойоштороуҙы «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы үҙ өҫтөнә алды. Проекттың продюсеры — Айгөл Әхмәҙиева, ҡуйыусы режиссеры — Франгизә Илбәкова.

— Иншалла, һуңғы ваҡытта динебеҙ нығына бара. Республика ҡала һәм райондарында мәсеттәр ҡалҡа, манараларынан яңғыраған аҙан тауыштары быуындарҙы, тарих һәм хәҙерге заманды бәйләй кеүек. Халыҡҡа абруйлы кешеләрҙең өлгөһө кәрәк. Һәр беребеҙ ил бәҫен күтәрә ала, — тип билдәләне Айгөл Әхмәҙиева.

Концертта йырсылар Светлана Арғынбаева, Азалия һәм Урал Рәшитовтар, Альберт Шаһиев, Әлфиә Юлсурина, Резеда Әминева, Фәрүәз Урманшин, Рәдиф Зарипов, Радик Динәхмәтов, Гүзәл Аҫылбаева, Вилдан Яруллин, Зилә Бәхтиева һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө ҡатнаша. Алып барыусылар — Флүрә Мурзина менән Таһир Вәхитов.

Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.