11 декабрь, Йәкшәмбе

01 апрель 2015 йыл, 16:00

Республикала «Шихандар» туристик-тергеҙеү паркын булдырыу планлаштырыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә барған «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» күргәҙмәһендә «Шихандар» туристик-тергеҙеү паркы проектының презентацияһы әҙерләнә. Уны Ишембай районында булдырырға ниәтләйҙәр.

— Бер нисә ай буйына әүҙем  эш алып барҙыҡ. Ишембай районындағы социаль-иҡтисади хәлде, туристик-тергеҙеү мөмкинлектәрен, уның тәбиғәт ресурстарын тулыһынса өйрәндек. Был парк өсөн перспективалы биләмәне билдәләү маҡсатында эшләнде. Ҡуштау тирәһендә төрлө туристик объекттар: тау саңғыһы комплексы, музейҙар, бәләкәй ҡунаҡханалар үҫеше өсөн инвестициялар майҙансығын булдырырға мөмкин. Парк республика халҡы өсөн ҡыҙыҡлы булыр ине, — тип һөйләне Башҡортостандың Туризм үҙәге директоры Наталья Никольская.

«Шихандар» проекты Ҡуштау тауы һәм Шәкетау карьеры биләмәһен үҙ эсенә ала. Наталья Никольская һүҙҙәренсә, яҡын киләсәктә карьерҙы тергеҙеп, уның урынында асыҡ һауалағы боронғо хайуандар музейын булдырыу планлаштырыла.

Башҡортостандың Туризм үҙәге директоры билдәләүенсә, туристик-тергеҙеү паркы — индустриаль парк менән сағыштырғанда, яңы ойоштороу формаһы.

— Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, ошо проектты ғәмәлгә ашырыу яҡынса өс миллиард һумға төшәсәк. Әммә туристик объекттарҙың инвесторҙары өсөн 10-15 миллион һумдан артмаясаҡ. Был күп инвесторҙар тырышлығы менән төҙөләсәк кластер, — тине Наталья Никольская.

Туризм үҙәге етәкселеге проектҡа дәүләт ярҙамы буласағына өмөтләнә. «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» күргәҙмәһендәге презентациянан һуң парктың проектын махсуслаштырылған эшлекле даирәләрҙә һәм башҡарма власть органдарында тәҡдим итеү планлаштырыла.