6 декабрь, Шишәмбе

01 апрель 2015 йыл, 14:50

Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2015 Өфөнөң 71-се мәктәбендә белем бирә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2015» XX төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе исеменә Өфө ҡалаһының 71-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Фәнис Шәрәфетдинов лайыҡ булды. Лауреаттар исемлегендә —  3-сө Башҡорт лицей-интернаты уҡытыусыһы Гүзәл Фазылова, 21-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Айһылыу Фәхриева, улар икеһе лә Стәрлетамаҡтан, М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Айгөл Игелекова һәм Борай районы Салҡаҡ ауылының урта белем биреү мәктәбенән Марат Аҙнабаев.

Фәнис Шәрәфетдинов Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһын, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған.

Еңеүсе һәм лауреаттар Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамоталары һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Шулай уҡ «Иң яҡшы педагогик эссе», «Иң яҡшы дәрес», «Иң яҡшы педагогик инициатива», «Электрон белем биреү концепцияһын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн», «Сәсән телле уҡытыусы», «Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн», «Һөнәремә тоғро ҡалам», «Педагогиканың өмөтлө киләсәге» номинацияларында еңеүселәр ҙә билдәләнде.

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 56 кеше, шул иҫәптән Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләре уҡытыусылары ҡатнашты.

Конкурсанттар асыҡ, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, инновациялы тәжрибәләрен тәҡдим итте, ижади эштә һәм фекер алышыуҙарҙа ҡатнашты.