4 декабрь, Йәкшәмбе

01 апрель 2015 йыл, 14:03

Баш ҡалала Башҡортостандың төп туристик күргәҙмәһе асылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Баш ҡаланың «ВДНХ-Экспо» комплексында «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» күргәҙмәһе асылды.  

50-нән ашыу туроператорҙар, туристик агентлыҡтар, шифаханалар, туристик базалар үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итә. Улар араһында — «Асы», «Янғантау», «Ҡарағай», «Танып» шифаханалары, «Урал батыр» милли туроператоры, «Крекс», «Пегас» туристик фирмалар. Республиканың спорт һәм мәғариф министрлыҡтарының экспозициялары ла ҡуйылған. Бынан тыш, күргәҙмәлә Ҡазан, Ульяновск, Ярославль ҡалаларының ойошмалары ҡатнаша. Быйыл экспофорумда һаулыҡ мөмкинлектәре сикле туристар өсөн махсуслаштырылған бүлек ойошторолған.

Көндөң тәүге яртыһында ГТО комплексын индереү, Өфөнөң иҫтәлекле урындары тураһында белешмә, «Шихандар» туристик-тергеҙеү паркы проекты тәҡдим ителә. Балаларҙың һәм йәштәрҙең ялын ойоштороу буйынса белгестәрҙең республика конкурсы һәм «Хәүефһеҙ ҡала» түңәрәк өҫтәле уҙғарыла.

Күргәҙмә 3 апрелгә тиклем эшләй.