11 декабрь, Йәкшәмбе

01 апрель 2015 йыл, 13:19

Мәскәүҙең «Йондоҙ» кинотеатрында башҡорт киноһы кисәһе ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова, Нора Бенсауд/. 4 апрелдә Мәскәүҙең «Йондоҙ» кинотеатрында башҡорт киноһы кисәһе үткәрелә. Унда һуңғы йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән өс ҡыҫҡа метражлы фильм күрһәтеләсәк. Картиналарҙың һәр береһе фестивалдәрҙә уңыш ҡаҙанған һәм тәнҡитселәр тарафынан йылы ҡабул ителгән. Сара Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығында уҙа.

Башҡортостан кинематографистары республикала юҡҡа сыға барған ауылдар һәм яйға һалынмаған көнкүреш хаҡында, тәү сиратта һоҡланғыс кешеләр, уларҙың ныҡышмалылығы, ышанысы тураһында бәйән итә. Мәҫәлән, «Еңмеш» фильмында (режиссеры — Айнур Асҡаров) ауылындағы берҙән-бер ваҡиғаны күрергә — һинд киноһын ҡарарға хыялланған малай хаҡында һүҙ бара. «Алдар менән һоро бүре» анимациялы фильмын Рим Шәрәфетдинов төшөргән. Автор ҡатыны тарафынан туҡмалған ҡарт менән һунарсылар эҙәрлекләгән бүренең сәйер дуҫлығы хаҡында һөйләй. Ниһайәт, «Мөрйәнән күтәрелә төтөн, бер үк һүрелмәһен» документаль фильмы (режиссеры — Вилүрә Иҫәндәүләтова) тыуған еренә тоғро ҡалған Кинйәғол Сәлимгәрәев тураһында. Ул Белорет районының Рәүәт ауылында 60 йыл бер үҙе йәшәгән, сөнки юҡҡа сыҡҡан ауылдың халҡы  йәшәгән йорттарын ҡалдырып, ситкә киткән.

Башҡорт киноһы кисәһе «Рәсәй буйлап сәйәхәт» кинофестивале сиктәрендә Мәскәү ҡалаһының Мәҙәниәт департаменты булышлығында үткәрелә. «Сәйәхәт»тең тәүге этабы 2 апрелдән 5-нә тиклем «Йыһан», «Сатурн», «Йондоҙ» һәм«Факел» кинотеатрҙарында уҙа. Фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт «Москино» рәсми сайтында бирелгән. Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге яҡташтарҙы һәм теләүселәрҙең барыһын да милли кино кисәһенә саҡыра.

Сара көндөҙгө сәғәт 1 тула 10 минутта башлана. Инеү ирекле.