3 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2015 йыл, 12:21

Ригала үтәсәк Латвия башҡорттарының осрашыуы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 11 апрелдә Ригала Латвия башҡорттары һәм татарҙарының осрашыуы ойошторола. Сара Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуға бағышлана. Йәмәғәтселек һәләк булған Башҡортостан һәм Татарстан яугирҙәрен иҫкә алыу өсөн йыйыла.

Осрашыу барышында шағир Ғабдулла Туҡайҙың тыуған көнө айҡанлы үткәреләсәк байрам сараларына әҙерлек хаҡында ла һөйләшеү ҡаралған. Һуңынан күп фестивалдәрҙең наградаларына лайыҡ булған «Еңмеш», Татарстанда төшөрөлгән «Айһылыу» фильмдары күрһәтелә. Программала — башҡорт һәм татар мәҙәниәтен белеү буйынса конкурстар, художестволы үҙешмәкәрлек концерты.