3 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2015 йыл, 11:49

Өфөлә М.И.Глинка исемендәге Бөтә Рәсәй музыка мәҙәниәте музей берекмәһенең вәкиллеге асылды

фото: Олег Яровиков | видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә М.И.Глинка исемендәге Бөтә Рәсәй музыка мәҙәниәте музей берекмәһенең вәкиллеге асылды. Ул Башҡортостандың Милли музейында эшләйәсәк. Вәкиллектең эшләй башлауы «Ф.И.Шаляпин. Һарай кешеһенән Дон Кихотҡа» күргәҙмәһен асыу тантанаһы менән тап килде.

— Бөгөн республикабыҙҙа матур ваҡиға. Вәкиллекте асыу музыка мәҙәниәтенең артабанғы үҫешенә, ҡалабыҙҙың һәм республикабыҙҙың тарихын өйрәнеүгә булышлыҡ итәсәк. Киләсәккә идеялар ҙа бар — хәҙер Глинка исемендәге музей берекмәһенең күргәҙмәләре ҡалабыҙҙа даими ойоштороласаҡ, — тип хәбәр итте Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

— Бөгөн беҙ Мәскәүҙә түгел, ә илдә тәүге вәкиллегебеҙҙе асабыҙ. Хеҙмәттәшлек итеү йәһәтенән пландар ҙур, — тип билдәләне Бөтә Рәсәй музыка мәҙәниәте музей берекмәһенең генераль директоры Владимир Лисенко.

24 мартта Глинка исемендәге музыка мәҙәниәте музей берекмәһенә 103 йыл тулды. Берекмәнең фондында 800 мең берәмек һаҡлана, улар араһында XVIII быуат аҙағы — XXI быуат башындағы рус композиторҙарының һәм музыка мәҙәниәте эшмәкәрҙәренең архив материалдары бар. Музыка ҡоралдары фондын 5,5 меңдән ашыу берәмек тәшкил итә. Глинка исемендәге музей берекмәһенең Өфөләге вәкиллеге Рәсәйҙә тәүгеһе буласаҡ. Икенсе вәкиллекте Курскиҙа — композитор Георгий Свиридовтың тыуған яғында асыу ниәтләнә. Быйыл уның тыуыуына 100 йыл тулыу билдәләнә.