5 декабрь, Дүшәмбе

01 апрель 2015 йыл, 10:49

Рөстәм Хәмитов торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса Волга буйы федераль округы Советы ултырышында сығыш яһаны

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 31 мартта Пензала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында сығыш яһаны. Уның барышында торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге хәлгә, ипотека кредитлауы үҫешенә, эконом класлы йорттар төҙөүҙе арттырыу буйынса сараларға бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Ултырышта төбәк етәкселәре, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары, федераль ведомство етәкселәре ҡатнашты.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич бөгөнгө көндә торлаҡ төҙөлөшө темаһы бик мөһим  һәм ул төбәктәргә генә түгел, һәр ғаиләгә ҡағыла тип билдәләне.

— Иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, торлаҡ төҙөлөшө баҙарында күҙәтелгән хәлдәр яҡшыра бара, — тине Михаил Бабич. — Эш барышында торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге мөһим дәүләт торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу, төрлө категориялы граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса төп мәсьәләләрҙе тикшерергә тырышырбыҙ.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле һүҙҙәренсә, был өлкәлә эконом класлы йорттар төҙөүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.

Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урын биләүе хаҡында хәбәр итте. Былтыр республикала 2,65 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.  

—  Республикала торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау системаһын индереү буйынса программа ғәмәлгә ашырыла. Программа бер үк ваҡытта процент ставкаһы кимәлен кәметеп, ипотека кредиттарын биреүҙе арттырыуға, эконом класлы йорттар төҙөлөшө күләме үҫеше иҫәбенә торлаҡ хаҡын арзанайтыуға йүнәлтелгән, — тине Башҡортостан Башлығы. — Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып банктарҙа ҡатнашыусыларҙың иҫәбендә тупланған дөйөм аҡса күләме 340 миллион һумдан ашҡан. Халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына ошо йыйылған аҡсаларҙы субсидиялауға республика бюджетынан 70 миллион һум бүленде. Әгәр ҙә 20-25 мең кеше ипотека ала, йылына 30-35 мең фатир файҙаланыуға тапшырыла икән, был программа ипотека кредитлауының мөһим өлөшөнә әүерелә.

Төбәк етәксеһе ошо программаның эш механизмдары хаҡында һөйләне һәм уны федераль кимәлгә сығарырға тәҡдим итте. Михаил Бабич өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе юғары баһаланы.

— Беҙ был йәһәттән федераль кимәлдә тағы ла нимәләр эшләргә мөмкин булыуын ҡарап сығырбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле.

Совет ултырышы йомғаҡтары буйынса торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләрен көйләүсе норматив-хоҡуҡи базаны үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр пакеты булдырыласаҡ.