11 декабрь, Йәкшәмбе

31 март 2015 йыл, 17:45

1 апрелдән республикала йөк транспортының хәрәкәте сикләнә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 1 — 30 апрелдә Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында йөк транспортының хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Сикләүҙәр юл япмаһының техник торошон һаҡлау өсөн индерелә. Яҙғы осорҙа хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү пассажирҙар ташыусы автобустарға, халыҡ-ара йөктәр, аҙыҡ-түлек, малдар, дарыуҙар, яғыулыҡ, орлоҡ фонды, ашламалар, почта, стихиялы бәлә-ҡаза йәки башҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн кәрәкле йөктәр, автомобиль юлдарында ремонт эштәрен үткәргәндә ҡулланылған юл техникаһын һәм материалдарын ташыуға ҡағылмай.

1 июндән 31 авгусҡа тиклем асфальт-бетон япмалы юлдарҙа ауыр йөк транспорты хәрәкәте сикләнә. Сикләү йәй көнө һауа температураһы 32 градустан юғары булғанда индерелә. Ваҡытлыса сикләү осоронда киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем ауыр йөк ташыусы транспорт сараларына йөрөү рөхсәт ителә.

Кәрәк осраҡта Башҡортостандың Үлсәү контроле хеҙмәтендә килтерелгән зыянды ҡаплау шарты менән ауыр йөктәрҙе ташыу өсөн махсус рөхсәт ҡағыҙын биреү ойошторолған.