5 декабрь, Дүшәмбе

31 март 2015 йыл, 16:34

Рөстәм Баһауетдинов Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Стәрлетамаҡ район Советы ҡарары менән Рөстәм Баһауетдинов контракт буйынса Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

Рөстәм Рәйес улы Баһауетдинов 1963 йылдың 13 мартында Стәрлетамаҡ районы Үрге Уҫылы ауылында тыуған. Юғары белемле. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙер БДАУ) тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1987 йылда Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхозда машиналар ихатаһы мөдире булып башлаған. Һуңынан шул уҡ хужалыҡта төп инженер, Уҫылы ауыл Советы хакимиәте башлығы булып эшләгән. 2000 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативын етәкләгән.

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған.