3 декабрь, Шәмбе

31 март 2015 йыл, 16:04

Башҡортостандың ике объекты Рәсәйҙең тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан төбәк әһәмиәтендәге ике мәҙәни мираҫ объекты Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттарының (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының) берҙәм дәүләт реестрында теркәлгән. «Демидовтар йортон» һәм «БАССР-ҙың халыҡ рәссамы А.Э.Тюлькин йәшәгән һәм эшләгән йортто» реестрға индереү тураһындағы бойороҡҡа Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығында ҡул ҡуйылған.

«Демидовтар йорто» — Октябрь революцияһы урамы, 57/1 адресы буйынса урынлашҡан бер ҡатлы йорт. Унда билдәле тау заводы хужалары Демидовтар йәшәгән. Йорт Ҡағы һәм Әүжән заводтары хужаһы Иван Евдокимович Демидовтыҡы булған. Бина XVIII быуат уртаһында төҙөлгән. Аныҡ датаһы билдәле түгел. Әммә тап ошо йорт — Өфө биләмәһендәге иң боронғо бина, тигән фекер бар. 1774 йылдың ноябрендә бында бөйөк рус полководецы Александр Суворов туҡтаған, тип билдәләнеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Билдәле рус рәссамы Александр Тюлькин әлеге йортто 1922 йылда һатып алған. XX быуат башында төҙөлгән бер ҡатлы ағас өй Ағиҙел йылғаһының текә ярында, Волновая урамы, 21 адресы буйынса урынлашҡан. Рәссам 1922 йылдан алып ғүмеренең аҙағынаса ошо йортта йәшәгән һәм ижад иткән. Унда рәссамдар, яҙыусылар, шағирҙар, музыканттар, актерҙар, уҡытыусылар йыйылышып, сәнғәт хаҡында һөйләшкәндәр, шиғырҙар уҡығандар. Рәссам бөтә әҫәрҙәрен дә тиерлек бында яҙған. Бөгөнгө көндә улар М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Мәскәүҙә Третьяков дәүләт галереяһында һәм Көнсығыш халыҡтары сәнғәте музейында, Рус дәүләт музейында (Санкт-Петербург), Рәсәйҙең башҡа музейҙарында һаҡлана.

1989 йылдың 10 ғинуарында бында рәссамдың йорт-музейы асылды.