3 декабрь, Шәмбе

31 март 2015 йыл, 14:56

Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса программаға 82 миллион һум тотоноласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ағымдағы йылда республикала туризмды үҫтереү буйынса дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыуға 82 миллион һум тотоноласаҡ. Был хаҡта 31 мартта Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов хәбәр итте.

— Быйылғы программа бер нисә тапҡыр ҡыҫҡартылды. Был бюджет аҡсаларын оптималләштереүгә бәйле булды. Атап үтелгән сумманың 57,5 миллион һумы —  социаль туризм, 1-2 миллионы туристик объекттарҙың инфраструктураһы (юлдар, электр) үҫеше өсөн бүленәсәк, шулай уҡ алдараҡ тотонолған сығымдар буйынса субсидиялау булыуы ла ихтимал, — тип һөйләне Вячеслав Ғиләжетдинов.

Ведомствола аңлатыуҙарынса, хәҙер кәрәкле документтар рәсмиләштерелә һәм май айынан программаны тормошҡа ашырыу башлана.