Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы ғаризалар ҡабул итә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

10 апрелдә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы ойошторола. Бәйге Әҙәбиәт йылына арналған.

Конкурста дөйөм белем биреү мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары, колледж, һөнәри-техник училище студенттары ике йәш төркөмөндә (12 йәшкә тиклем һәм унан өлкәндәр) ҡатнаша ала.

Ҡурайсылар һәм ҡурайсылар ансамбле ике төрлө әҫәр башҡарырға тейеш. Һирәк яңғыраған көйҙәрҙе уйнау, уның тарихын белеү хуплана. Баһалағанда үҙенсәлеклек, моңлолоҡ, уйнау оҫталығы, сәхнә костюмы иҫәпкә алына, тип аңлатма бирҙеләр республиканың Ҡурайсылар союзында.

Ғаризаларҙы 2015 йылдың 8 апреленә тиклем akyar-rdk@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Бәйгенең ойоштороусылары — Хәйбулла районы хакимиәте, мәҙәниәт йорто һәм Ҡурайсылар ойошмаһы. Белешмә өсөн телефон: (34758) 2-13-65.

Сәйфулла Дилмөхәмәтов (1932-2004) — билдәле виртуоз ҡурайсы, Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хәйбулла районының почетлы гражданы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть