Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй Почтаһы 2015 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланыуы хаҡында иғлан итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

1 апрелдән Башҡортостандың бөтә почта бүлексәләрендә 2015 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа  яҙылыу кампанияһы башлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Июнь аҙағына тиклем һәр кем каталогта тәҡдим ителгән 15 меңдән ашыу баҫманан һайлап, теләгән гәзит-журналдарға яҙыла ала.

Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы барышында Рәсәй Почтаһы ҡайһы бер гәзиттәрҙең таратыу хаҡын былтырғы кимәлдә ҡалдыра һәм арттырмай. Был ҡарар федераль, шулай уҡ төбәк гәзиттәренә лә ҡағыла.

Баҫмалар исемлегендә — таратыу хаҡы былтырғы кимәлдә ҡалған тиҫтәләрсә көндәлек гәзиттәр. Улар араһында «Ведомости», «Коммерсантъ», «Известия», «Российская газета», «Новые Известия», «Комсомольская правда», «Московский комсомолец», «Независимая газета», «Вечерняя Уфа», «Стерлитамакский рабочий» гәзиттәре бар.

Башҡа баҫмалар өсөн таратыу тарифтары 2014 йылғы инфляция кимәленән түбәнерәк индексацияланасаҡ.

Рәсәй Почтаһы 2015 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда подпискаға ярҙам итеү буйынса сараларға 700 миллион һум самаһы  йүнәлткән. Аҡса нәшриәттәргә һәм халыҡҡа өсөн ташлама биреүгә бүленгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть