Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

9 апрелдә Владимир Путин менән «тура бәйләнеш» өсөн һорауҙар ҡабул ителә башлай

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Президенты менән «тура бәйләнеш» 16 апрелдә була. Владимир Путинға һорауҙарҙы 9 апрелдән бирә башларға мөмкин. Тапшырыуға бер аҙна ҡалғас, махсус үҙәктәр һәм сайт асыла, тип хәбәр итә ТАСС мәғлүмәт агентлығы «Известия» гәзитенә һылтанып. Дәүләт башлығына һорауҙар махсус номерға бушлай шылтыратыу, бушлай SMS, йәки интернет аша ҡабул ителә. Кремлдә билдәләүҙәренсә, бөтә Рәсәйҙән, хатта башҡа илдәрҙән дә мөрәжәғәттәр көтәләр.

«Тура бәйләнеш» алдынан мутлашыусылар ҙа табылған: улар телетапшырыуҙың ялған сайтын булдырып, бер һорау өсөн граждандарҙан 50 һум талап иткән. Был юлы ла мутлашыусыларҙың әүҙемләшеүе көтөлә.

Быйыл Владимир Путин менән «тура бәйләнеш» бер нисә телеканал һәм радиостанциялары аша тапшырыла. Дәүләт башлығының тура эфирҙа тәүге аралашыуы 2001 йылдың 24 декабрендә ойошторолдо. Ул ваҡытта Президент Рәсәй граждандарының 47 һорауына яуап бирҙе, тапшырыу 2 сәғәт 20 минут буйына барҙы. 2014 йылдағы тура эфир ваҡытында дәүләт башлығы 81 һорауға яуап бирҙе, программа 3 сәғәт 54 минут дауам итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть