5 декабрь, Дүшәмбе

31 март 2015 йыл, 10:53

Башҡортостандың Ҙур Ирәмәл тауында юғалған туристар табылды — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ҙур Ирәмәл тауының көнсығыш битләүендә юғалған туристарҙы Трехгорный ҡалаһының эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары тапҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Силәбе өлкәһендәге Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 14 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Әсә менән алты йәшлек малай ауыр хәлдә. Хәлдең сәбәптәре асыҡлана.

Башҡортостандың Николаевка ҡасабаһына Белореттан ике ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы ебәрелгән. Төлөк ҡасабаһына ла Йүрүҙән һәм Трехгорный ҡалаларынан ике ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы килгән. Эштәр бер минутҡа ла тынмай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер нисә көн элек Башҡортостанда, Ирәмәл тәбиғәт паркы биләмәһендә ике балалы ҡатын юғалды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, туристар Ҡазандан килгән. 29 мартта иртәнге сәғәт 7-лә улар Ҙур Ирәмәл тауына китә һәм тейешле ваҡытҡа — сәғәт 4-кә кире әйләнеп ҡайтмай.

темалар: хәл-ваҡиғалар