6 декабрь, Шишәмбе

30 март 2015 йыл, 18:27

Башҡортостандың Кадастр палатаһы яңы вәкәләттәргә эйә буласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 1 майҙан Росреестрҙың Башҡортостан буйынса кадастр палатаһы филиалы яңы вәкәләттәргә эйә буласаҡ. Учреждение Хоҡуҡтарҙың берҙәм дәүләт реестрынан күсемһеҙ милеккә һәм уның менән килешеү үткәреүгә  мәғлүмәттәр бирә ала. Был хаҡта Росреестр сайтында хәбәр ителә.  

1 майға тиклем учреждениеның филиалы халыҡтан мәғлүмәттәр биреүгә һәм әҙер документтарҙы тапшырыуға һорауҙар ҡабул итә, уларҙы Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы эшкәртә.

Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, ғәмәлдәр сылбырын ҡыҫҡартыу Хоҡуҡтарҙың берҙәм дәүләт реестрынан мәғлүмәттәр алыуҙы, әҙерләүҙе һәм дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү ваҡытын ҡыҫҡарта.

2016 йылдың 1 ғинуарына тиклем филиалда мәғлүмәттәрҙе бушлай алырға мөмкин.