5 декабрь, Дүшәмбе

30 март 2015 йыл, 17:53

Ял көндәрендә Өфөләге ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 12,5 миллион һумлыҡ продукция һатылған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. Уҙған ял көндәрендә Өфөләге ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 12,5 миллион һумлыҡ продукция һатылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.

38,4 тонна ит, шул иҫәптән 23 тонна һыйыр ите, 13,1 тонна сусҡа ите, 2,9 тонна ҡош ите һатылған. Ҡала халҡы 1,4 тонна бал алған. Өфөлә бөтәһе 328 сауҙа нөктәһе ойошторолған. Йәрминкәлә республиканың 34 районынан килгән ауыл хужалығы етештереүселәре үҙ тауарын тәҡдим иткән.