5 декабрь, Дүшәмбе

30 март 2015 йыл, 17:34

15 апрелдән «Башавтотранс» ДУП-һы автобустарында юл хаҡы республикала бер төрлө буласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 15 апрелдән «Башавтотранс» предприятиеһы автобустарында юл йөрөү хаҡы республика буйынса бер төрлө буласаҡ. Был «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә пассажирҙарҙы һәм багажды ташыу буйынса «Башавтотранс» ДУП-һы күрһәткән хеҙмәттәргә сикле максималь тарифтар билдәләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2008 йылдың 20 июнендәге 231-сө ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында» республика Хөкүмәтенең 2012 йылдың 20 апрелендәге 117-се ҡарары сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Предприятие автобустарында ҡулаҡса менән хисаплашҡанда билет хаҡы — 18, пластик карта менән түләгәндә 15 һум тәшкил итәсәк.

Шуға ҡарамаҫтан, шәхси автобустарҙа юл йөрөү хаҡы дәүләт транспортына ҡарағанда юғарыраҡ. Уларҙың хаҡтары 20-нән 35 һумға тиклем тирбәлә.