3 декабрь, Шәмбе

30 март 2015 йыл, 17:04

Башҡортостандың төп туристик форумында тәүге тапҡыр «Уңайлы мөхит» бүлеге эшләйәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 1 апрелдән 3-нә тиклем Өфөләге ВДНХ-Экспо комплексында үтәсәк «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» туристик форумында беренсе тапҡыр һаулыҡ мөмкинлектәре сикле туристар өсөн «Уңайлы мөхит» махсуслаштырылған бүлек эшләйәсәк. Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Өс көн дауамында түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, презентациялар һәм конференциялар үткәрелә. Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы буйынса ҡулланыусылар кооперацияһын тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса департамент «Ҡырымда шифахана-курорт дауаланыуы һәм ял итеү өсөн туристик юлламаларҙың хаҡын кәметеү өсөн ҡулланыусылар кооперацияһы принциптарын файҙаланыу» темаһына оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Башҡортостандың турист-мәғлүмәт үҙәге Өфөнөң иҫтәлекле урындары белешмәһен тәҡдим итә. Республиканың туризм үҙәге Шихандар туристик-тергеҙеү паркын булдырыу проектының, шулай уҡ республика буйынса милли һәм этнографик турҙарҙың презентацияһын ойоштора.

Күргәҙмәнең икенсе көнөндә, 2 апрелдә, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты «Башҡортостан Республикаһында ҡаршылыҡһыҙ туризм проблемалары һәм киләсәге» темаһы буйынса түңәрәк өҫтәл уҙғара. Унда Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт власы органдары, йәмәғәт һәм хәйриә ойошмалары, ғилми учреждение вәкилдәре, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы вәкилдәре, шул иҫәптән күп тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов ҡатнаша.