Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Туймазыла «Дуҫлыҡ бейеүҙәре» балалар халыҡ хореографияһы фестивале еңеүселәре билдәләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Туймазы ҡалаһында «Дуҫлыҡ бейеүҙәре» V асыҡ республика балалар халыҡ хореографияһы фестивале үтте.

Гран-приҙы кесе йәштәгеләр төркөмөндә (9 йәштән 12 йәшкә тиклем) — Ҡырмыҫҡалынан «Далан» халыҡ бейеүҙәре, өлкән балалар коллективы буйынса (12-нән 16-ға тиклем) Туймазынан «Сәфәр» өлгөлө хореография ансамбле яуланы.

Беренсе урынды — Силәбе өлкәһенең Озерск ҡалаһынан «Шишмәкәй» ансамбле, икенсе урынды Дүртөйлөнән «Аҡ димгел», Туймазынан «Сәфәр», Мәләүездән «Көнгәк» һәм Борай районынан «Дуҫлыҡ» ансамблдәре алды. Өсөнсө урынға Силәбенән «Ҡарлуғас», Бәләбәйҙән «Хәрәкәт», Бүздәк районынан «Өмөт» һәм Краснокама районынан «Фантазия» бейеү ансамблдәре лайыҡ булды.  

Бейеү байрамына Башҡортостандан (Өфө, Туймазы, Яңауыл ҡалалары, Борай, Благовар, Шаран, Яңауыл, Миәкә, Мәләүез, Балтас, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Шишмә райондары), шулай уҡ Силәбе өлкәһенән, Пермь крайынан һәм Удмурт Республикаһынан, Татарстандан балалар бейеү коллективтары килде. Барлығы 37 коллектив, меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Һәр коллектив өсәр номер тәҡдим итте.

Жюри составында Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, жюри рәйесе Елена Щеголева (Мәскәү ҡалаһы), Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әбделмәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина эшләне.

«Дуҫлыҡ бейеүҙәре» фестивале 2007 йылдан уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә ул халыҡтың бейеү сәнғәтен үҙ итеүселәр өсөн ысын байрамға әүерелде. Фестивалдә ҡатнашыу күп йәш башҡарыусылар өсөн үҙеңде күрһәтеү мөмкинлеге генә булып ҡалмай, ә артабанғы һөнәри үҫешкә этәргес бирә, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть