Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың ундан ашыу медицина учреждениеһы ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусыларҙың һаулығы өсөн яуап бирәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Республиканың ундан ашыу медицина учреждениеһы июль айында Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарын медик-санитар яҡтан тәьмин итәсәк. Улар араһында Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, 2-се республика клиник дауаханаһы, Кардиология үҙәге, 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, 21-се, 13-сө һәм 18-се ҡала клиник дауаханалары, ашығыс медицина ярҙамы станцияһы, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты бар. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында саммиттарҙы медик-санитар яҡтан тәьмин итеү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ойоштороу комитеты ағзалары сараларға әҙерлек мәсьәләләрен, атап әйткәндә, саммиттар барышында санитар-гигиена, профилактика һәм эпидемияға ҡаршы сараларҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса пландың үтәлешен тикшерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть