8 декабрь, Кесе йома

30 март 2015 йыл, 13:18

Башҡортостанда XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындарының тау саңғыһы этабы старт алды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 29 мартта Әбйәлил районындағы «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәгендә XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындарының тау саңғыһы этабы старт алды. Ярышта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Сурдлимпиаданы асыу тантанаһында мөрәжәғәт тексын Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта уҡып ишеттерҙе.

Төбәк етәксеһенең сәләмләүендә былай тиелә: «Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан халҡы исеменән Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләйем. Республикала ошо халыҡ-ара спорт форумын ҡабул итеү – беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт.

Һеҙҙең ошонда, Урал аръяғының тау саңғыһы битләүҙәрендә, Башҡортостандың һоҡланғыс тәбиғәт мөйөшөндә юғары оҫталыҡ, командағыҙҙың берҙәмлеген күрһәтеү, яңы рекордтар ҡуйыу мөмкинлегегеҙ бар.

Башҡортостан лайыҡлы рәүештә илдең спорт үҙәктәренең береһе булып һанала. Сочиҙағы Олимпиадала һәм Паралимпиадала беҙҙең спортсылар 9 миҙал алды. Бөгөн дә бында яҡташтарыбыҙ, Башҡортостан тау саңғыһы мәктәбенең иң яҡшы тәрбиәләнеүселәре Ришат Юлдашев, Марина Зверева һәм Денис Ябердин сығыш яһай.

Дуҫтар! Йылдан-йыл спорт менән шөғөлләнеүсе һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр күбәйә, улар тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Рух көсө һәм ныҡлы ихтыяр, ҡыйыулыҡ һәм һәләт һеҙгә мөмкинлектәрегеҙҙе күрһәтергә һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итер тип ышанам.

Был уйындар ғүмерегеҙҙәге иң сағыу спорт ваҡиғаларының береһе булып хәтерегеҙҙә ҡалыр тип уйлайым. Уңыштар һеҙгә!».

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сурдлимпия уйындары 1924 йылдан алып дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла һәм Олимпия, Паралимпия һәм Махсус Олимпия уйындары менән бер рәттән донъя кимәлендәге ҙур спорт сараһы булып тора.

2015 йылғы XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында донъяның 19 иленән (Австрия, Венгрия, Германия, Испания, Италия, Норвегия, Пакистан, Польша, Корея Республикаһы, Словакия, Словения, АҠШ, Төркиә, Украина, Франция, Чехия, Швейцария, Япония, Рәсәй) 449 спортсы ҡатнаша.

XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындарының төп ярыштары (саңғы уҙыштары, кёрлинг, хоккей, сноуборд) 28 марттан 5 апрелгә тиклем Ханты-Мансиҙа уҙа. Тау саңғыһы буйынса ярыштар Башҡортостандың Әбйәлил районында урынлашҡан «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәгендә ойошторола.

Сурдлимпиадала Башҡортостандан 11 спортсы ике спорт төрөндә — шайбалы хоккей (Станислав Хәкимов, Вячеслав Сидоров, Сергей Кикин, Константин Гамаюров, Станислав Ильичев, Павел Евтушенко, Сергей Юшкин, Дмитрий Ядрышников) һәм тау саңғыһы буйынса көс һынаша.