9 декабрь, Йома

30 март 2015 йыл, 10:34

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты коллегияһында сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 27 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты коллегияһында сығыш яһаны. Ултырыш барышында ведомствоның 2014 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм алдағы осорға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.

– Кеше өсөн иң мөһиме – уның йәшәгән йорто, ғаиләһе, яҡындары. Әгәр ҙә өйҙә йылы, ҡоро һәм яҡты, ҡала, район үҙәге, ауыл төҙөк, ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырылған икән, төбәктә йәшәү кимәленең юғары булыуы хаҡында һөйләргә мөмкин, – тине төбәк етәксеһе. – Әммә йыш ҡына кешеләр байтаҡ аҡса түгеп, ипотека алып, бурысҡа батып, эшләнеп бөтмәгән торлаҡ һатып ала, батареялар йылытылмай, бер айҙан түшәмдә ярыҡтар барлыҡҡа килә, ихата төҙөкләндерелмәгән һәм башҡалар. Ошо етешһеҙлектәр кешеләрҙе бөтә инстанцияларға ялыу яҙырға, ғәҙеллек талап итеп судтарға йөрөргә мәжбүр итә.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, шул уҡ кәмселектәрҙе бюджет аҡсаларына төҙөлгән социаль, инфраструктура объекттарында ла күрергә мөмкин. Хатта  рөхсәтһеҙ башланған төҙөлөш осраҡтары ла бар.

Республика етәксеһе төҙөлөш өлкәһендә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген ойоштороу алымдарын үҙгәртергә кәрәклеген билдәләне.

– Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының заказсыларҙы һәм подрядсыларҙы раҫланған нормативтарға ярашлы эшләргә мәжбүр итеү өсөн бөтә вәкәләттәре лә бар. Закон рөхсәт иткән тәьҫир итеү сараларын ҡулланырға, штраф һалырға, кәрәк булһа, төҙөлөштө туҡтатырға хоҡуҡлы, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Төбәк Башлығы торлаҡ өлкәһендә күҙәтеү эшмәкәрлеген камиллаштырыу кәрәклеген дә билдәләне.

– Кешеләр ғәҙел рәүештә лайыҡлы тормош шарттарын булдырыуҙы талап итә. Тарифтар йылдан-йыл арта, ә хеҙмәттәрҙең сифаты түбән кимәлдә ҡала, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күп фатирлы йорттарыбыҙҙың яртыһына тиерлек капиталь ремонт талап ителә. Милекселәрҙең ҡатнашлығынан тыш был проблеманы хәл итеү мөмкин түгел. Бер нисә йылдан кешеләр торлаҡ фонды хәленең яҡшырыуын тойорға тейеш. Ләкин был коммуналь хужалыҡтағы һәр участкалағы эшкә яуаплы ҡараш булдырыуға, уны оҫта ойоштороуға бәйле.

Камиллаштырыу идара итеүсе компанияларға лицензия биреү өлкәһен дә урап үтмәйәсәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле системаһы ла әүҙем үҫешергә тейеш.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.