3 декабрь, Шәмбе

27 март 2015 йыл, 18:34

Баш ҡалала һәм республикала Айнур Асҡаровтың яңы фильмын күрһәтеү дауам итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Режиссер Айнур Асҡаровтың фильмдарын Өфөнөң «Родина» кинотеатрында 2 апрелгә тиклем ҡарарға мөмкин. «Еңмеш», «Бал әсеһе» һәм «Әсә» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмдарға кинотеатрҙың яңы асылған йәшел залында тамаша ҡылырға була. Эш көндәрендә — киске сәғәт 9 тула 5 минутта, ял көндәрендә 10-сы яртыла башлана.

Әлеге көндә «Әсә» фильмы республика район һәм ҡалаларында күрһәтелә. 30 мартта Таулыҡай, 31 мартта — Темәс, 1 апрелдә — Байназар, 2-дә — Иҫке Собханғол, 3-дә — Сермән, 4 апрелдә — Уральск, 5-дә — Учалы, 6-да — Байым, 7-дә — Асҡар, 8 апрелдә — Ташбулат, 9-да — Хәлил, 10-да — Көньяҡ-Көнбайыш Межгорье, 11-дә — Үҙәк Межгорье, 12 апрелдә Инйәр тамашасылары ошо фильмды ҡараясаҡ.

Гастролдәр уңышлы бара, фильмды көнөнә уртаса 150-200 кеше ҡарай, тип хәбәр итте видеотаҫма продюсеры Фәнил Ғәлимов.

«Саҡ менән Суҡ» бәйетенә нигеҙләнеп төшөрөлгән фильм Канн кинофестиваленең һайлап алыу комиссияһына ебәрелгән.

темалар: кино, премьера